1 июлдә Ленинград өлкәһенең Всеволожск районында, Энколово ауылы янында, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе һабантуйы үтте. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Быйыл байрам программаһы айырыуса йөкмәткеле һәм сағыу булды. Һабантуй ҡунаҡтарын башҡорт, татар мәҙәниәте йондоҙҙарының, Ленинград өлкәһенең, Санкт-Петербургтың иң яҡшы халыҡ һәм эстрада башҡарыусыларының сығыштары көтә ине. Шулай уҡ канат буйлап үтеүселәр үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Милли ихаталар үҙенең сувенирҙары, халыҡ кәсептәре өлгөләре менән йәлеп итте, бында ҡунаҡтар былау, бауырһаҡ, ҡаҙылыҡ, бал һәм башҡа ризыҡтарҙы тәмләп ҡараны. Әүҙем ял яратҡандар өсөн башҡорт-татар уйындары һәм ярыштарының традицион төрҙәре — мендәр менән һуғыш, күҙ бәйләп көршәк ватыу, көс ярыштары һәм башҡалар ойошторолдо.
«Тыуған республикабыҙҙан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ йыл һайын һабантуйҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала, сөнки был байрам — туған мәҙәниәт мөхите, ватандаштарҙы күреү, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге. Быйыл һабантуйҙа «Атайсал» проекты һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы тураһында айырым һөйләнек. «Атайсал» үҙ тарихында ике йыл эсендә ысын мәғәнәһендә тотош халыҡ хәрәкәтенә әүерелеп өлгөрҙө. Проектта битараф булмаған 4,6 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, улар тыуған төйәгенә байыраҡ, бәхетлерәк булырға ярҙам итә. Тыуған төйәге өсөн улар 16,5 мең башланғысты тормошҡа ашырып, 1,2 миллиард һумдан ашыу аҡса һалды. Араларында республиканан ситтә йәшәгәндәр ҙә күп. Улар ауылдаштарына, яҡташтарына ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Тәжрибәләре ил кимәлендә яҡлауға һәм таратыуға лайыҡ», - тине Башҡортостан делегацияһына етәкселек иткән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Байрамда Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлназ Ибраһимова ла сығыш яһап, рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
«Был көн Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе өсөн ысын байрамға әйләнде. Хатта тәбиғәт тә беҙҙең менән бергә ҡыуанды — ҡояшлы, йылы булды. Башҡорт һәм татар ихаталары, тирмәләр сағыу, үҙҙәренә халыҡты саҡырып тора. Беҙҙең башҡорт тирмәһе янына бик күптәр килде. Оҙаҡ йылдар Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә йәшәгән яҡташтарыбыҙ матур байрам өсөн күҙ йәштәре аша рәхмәт белдерҙе. Мәләүез һәм Дәүләкән райондары етәкселәренә ҙур рәхмәт: улар барыһын да юғары кимәлдә ойошторған, ваҡ-төйәккә тиклем уйланылған. Беҙгә сағыу, үҙенсәлекле байрам бүләк иткәндәре өсөн Башҡортостан етәкселегенә, республиканың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына беҙҙең ойошмаға һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн айырым рәхмәт. Питер менән Башҡортостан араһындағы дуҫлыҡ күпере һәр саҡ ныҡлы булһын!» — тине Гөлназ Ибраһимова.
Сарала башҡорт халҡының мәҙәниәте үҫешенә, шулай уҡ «Атайсал» проектын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индергән замандаштарыбыҙҙың хеҙмәте билдәләнеп үтелде.