14:15 (UTC+5), 03 Июля 2023

Башҡортостан Башлығы эҫе көндәрҙә янғынға юл ҡуймаҫҡа ҡушты

Фото: Ксения Калинина
Дарья Субботина

Уҙған аҙнала республикала 177 техноген янғын сыҡҡан, бер кеше ҡотҡарылған, тағы берәүһе һәләк булған. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

«Белорет районында бөтәһе 10 гектар майҙанда ике урман янғыны булған. Берәүһе һүндерелгән, икенсеһенең таралыуына юл ҡуйылмаған. Ауылдарға хәүеф янамай. Бынан тыш, 9 гектар ерҙә ҡыу үлән яныуҙың 13 осрағы теркәлгән. Янғындар һүндерелгән», — тине Фәрит Ғүмәров.

Был аҙнала көндәрҙең эҫе тороуы көтөлә, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Һауа температураһы 30 градусҡа етә тип фаразлайҙар, шуға янғындарға юл ҡуймаҫҡа тырышырға ине. Әгәр ҙә бындай хәл була ҡалһа, ваҡытында һүндерергә кәрәк», — тине республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-03/glava-bashkirii-poruchil-sderzhat-situatsiyu-s-pozharami-v-zharkuyu-pogodu-3325104

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика