08:32 (UTC+5), 03 Июля 2023

«Башҡорт аты» фестиваленә сит илдәрҙән йылҡысылыҡ буйынса белгестәр килә

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров 11-13 августа Баймаҡ районында башҡорт тоҡомло аттарҙың «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторолоуын хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, Татарстан, Тыва, Чечня, Дағстан, Ҡаҙағстан, Төркиә, Азербайжан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән йылҡысылыҡ буйынса белгестәр килә. Урал аръығы хакимиәттәре башлыҡтарына халыҡ-ара сараға әҙерлекте әүҙемләштереү бурысы йөкмәтелгән.

«Урал аръяғы райондарының хакимиәт башлыҡтарынан ошо фестивалдә әүҙем ҡатнашыуҙарын һорайым. Һыбайлыларҙың костюмлаштырылған төркөмөн әҙерләгеҙ. Асылда, был Баймаҡтың ғына түгел, ә тотош Урал аръяғы фестивале», - тине Радий Хәбиров.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, фестивалдең мәҙәни-спорт программаһында «Ылаҡ», «Тай-тулаҡ», уҡтан атыу һәм башҡа ярыштар ойошторола. Ә аттар парадында Башҡортостан райондарынан 350 һыбайлы ҡатнаша. «Башҡорт аты» ҡунаҡтары өсөн «Оҫталар ҡалаһы», милли ризыҡтар фудкорты, «Ҡымыҙфест» фестивале һәм «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты дипломанттарының сауҙа майҙансығы эшләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе фестиваль былтыр июль аҙағында Баймаҡ районы биләмәһендә уҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-03/na-festivale-bash-ort-aty-v-bashkiriyu-priedut-spetsialisty-po-konevodstvu-iz-zarubezhnyh-stran-3325111

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика