09:52 (UTC+5), 30 Июнь 2023

Республикала хәрби хәрәкәттәр ветерандары түләүле парковкалар менән бушлай файҙаланырға хоҡуҡлы

Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары түләүле парковкалар менән бушлай файҙаланырға хоҡуҡлы. Ошо туралағы ҡарарға Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Рәсми документтан күренеүенсә, бындай хоҡуҡ республика биләмәһендә даими йәшәгән Рәсәй граждандарына бирелә. Бынан тыш, ветерандарҙы оҙатып йөрөүселәргә, шулай уҡ I, II һәм III төркөм инвалидтарына автомобилдәрен парковкала бушлай ҡалдырырға рөхсәт ителә. Был закон һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә ғәмәлдә — автомобиль уларҙың ата-әсәһе, опекундары йәки попечителдәренең береһе исемендә булырға тейеш.

Бынан алдараҡ «Башинформ» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың да хәрби хәрәкәттәр ветерандары статусына эйә булыуын хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-30/veterany-boevyh-deystviy-v-bashkirii-budut-parkovatsya-besplatno-3322927

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика