Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
05:42 (UTC+5), 30 Июня 2023

Радий Хәбиров хәрби әҙерлек урынында «Башҡортостан» полкы яугирҙәренең йәшәү шарттары менән танышты

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

29 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һамар өлкәһендә «Башҡортостан» ирекле мотоуҡсылар полкы подразделениеларының хәрби әҙерлек үтеү майҙансығын ҡарап сыҡты. Республика етәксеһе уҡыу полигонында һәм атыу урынында булды, Таһир Күсимов исемендәге батальон яугирҙәре менән аралашты.

«Мәскәү» ҡушаматлы командир һүҙҙәренсә, инженер-тактик, атыу һәм медицина әҙерлеген үтеү, пилотһыҙ аппараттар менән эшләү күнекмәләрен махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тәжрибәһе булған инструкторҙар алып бара.

Радий Хәбиров яугирҙәрҙе хәрби һөнәргә өйрәтеү барышын ҡараны, уларҙың йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынды, ғаиләләрен ниндәй проблемалар борсоуын һораны.

Башҡортостан Башлығы инструктаж үткәндән һуң төрлө ҡоралдан атып ҡараны.

«Һәр ир-егет кеүек, мин дә ҡоралдан атырға яратам. Мин бер ҡасан да йәнлектәргә атмайым. Һунарсы түгелмен. Йәш саҡтан уҡ мин эстәге кире энергияны сығарыу өсөн пулемёт, нәҡ ПКТ һорай торғайным. Ул шундай ҡеүәтле. Унан атһаң, нисектер еңел булып ҡалған кеүек. Шәп ҡорал», - тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров.

Мотоуҡсылар полкы командиры билдәләүенсә, бөтә күнекмәләр ҙә расписаниеға ярашлы һәм тулыһынса үткәрелә.

«Яугирҙәр төрлө атыу ҡоралынан атып ҡарай, хәрби окоптарҙы штурмлай, гранаталар ташлай, уларҙы пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәтәбеҙ. Уларҙың бар нәмәгә лә өйрәнергә теләге ҙур. Әхлаҡи һәм һуғышсан рух юғары, белем һәм оҫталыҡ өсөн ваҡыт кәрәк. Беҙ көн һайын камиллашабыҙ һәм тиҙҙән хәрби бурысты үтәргә әҙер булырбыҙ», - тине полк командиры.

Радий Хәбиров 14 июндә үҙенең ҡушыуы буйынса хәрби подразделениеға диспансеризация үткәрергә килгән медицина хеҙмәткәрҙәре менән дә аралашты. Табиптар һәм шәфҡәт туташтары рентген тикшереүҙәр, УЗИ үткәрә һәм башҡа медицина процедураларын башҡара. Ике аҙнанан ашыу ваҡыт эсендә 1200-ҙән ашыу яугир диспансеризация үтеп өлгөргән. Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, хатта мәкерле сир осраҡтары ла асыҡланған.

Республика етәксеһе табиптарға рәхмәт белдерҙе һәм яугирҙәрҙе диспансеризациялау буйынса башланған эште аҙағынаса еткерергә кәрәклеген билдәләне. Ул республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллинға «Башҡортостан» полкында һөнәри бурыстарын үтәгән медицина хеҙмәткәрҙәрен билдәләп үтергә ҡушты.

Кис көнө яугирҙәр Нефтекама филармонияһы артистары, шулай уҡ Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары коллективтарының концертын ҡараны.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-06-29/radiy-habirov-s-usloviyami-zhizni-boytsov-polka-bashkortostan-na-meste-boevogo-slazhivaniya-3322065

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика