


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә «Алға» транспорт картаһының Татарстанда, Сыуашстанда һәм Удмуртстанда, шулай уҡ Түбәнге Новгород өлкәһендә ғәмәлдә булыуын хәбәр итте.
«Башҡортостанда юл хаҡын «Алға» транспорт картаһы менән түләргә мөмкин. Уны башҡа төбәктәргә лә таратабыҙ. Хәҙер беҙҙең картаны Ырымбур өлкәһендә ҡулланырға була, Силәбе менән килешеү төҙөнөк», — тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров.
2019 йылдан алып 772 мең ошондай карта сығарылған, башҡа карталар менән бергә — 1,572 миллион. Башҡортостан Башлығы транспорт реформаһының «Бәхетле сәғәт» акцияһы менән дә уртаҡлашты. Уның ярҙамында өфөләр 368 миллион һумға яҡын аҡсаһын экономиялаған.
«Өфөлә 15,4 миллион пассажир «Бәхетле сәғәт» акцияһының мөмкинлектәре менән файҙаланған. «Алға» картаһы менән түләп, бер сәғәт эсендә бер маршруттан икенсеһенә күсеп ултырырға һәм ике тапҡыр түләмәҫкә мөмкин. Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары бының менән әүҙем файҙалана. Акция «Башавтотранс» маршруттарында, трамвайҙарҙа, троллейбустарҙа һәм «Дим - Шакша» электричкаһында ғәмәлдә, — тип билдәләне Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.