10:56 (UTC+5), 29 Июнь 2023

Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәре изге байрамда ҡорбан салыу йолаһын башҡарған

Фото: видеонан скриншот
Ләйсән Закирова

Дин тотҡан мосолмандар өсөн изге Ҡорбан байрамын алғы һыҙыҡта ла билдәләгәндәр. «Башинформ»ға башҡорт батальондарының телеграм-каналынан билдәле булыуынса, яугирҙәребеҙҙең рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны урынлашҡан урында ҡорбан салған. Хәрбиҙәр иттән байрам ашы – шулюм бешергән. «Йырсы» ҡушаматлы яугир алғы һыҙыҡтағы иптәштәренең дә иттән ауыҙ итә алырына ышана.

«Яугирҙәребеҙҙе тылда һыйларға теләйем. Шулай уҡ хәрби бәрелеш урынындағы шәхси состав өсөн ит бешерергә әҙерләнәбеҙ. Хәҙер улар менән рация аша бәйләнешкә инеп, унда барып етә алабыҙмы, юҡмы икәнен беләбеҙ инде. Сөнки, барыһына ла билдәле булыуынса, бөгөн алғы һыҙыҡта хәл бик көсөргәнешле, ныҡлы оборона тотабыҙ», - ти яугир.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-06-29/boytsy-bashkirskogo-batalona-imeni-shaymuratova-v-kurban-bayram-sovershili-obryad-zhertvoprinosheniya-3319985

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика