10:07 (UTC+5), 29 Июнь 2023

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына Рәсәй-Белоруссия форумы көндәрендә ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе

Фото: Валерий Шахов
Альмира Давлетбаева

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х юбилей форумына йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә сараның планлаштырылғанса үтеүен билдәләне, шулай уҡ Өфө һәм республика халҡына рәхмәт белдерҙе.

«Фестивалдә ҡатнашырға килгән республикабыҙ халҡына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ә өфөләргә – ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Республика үҙен Рәсәйҙең ошондай кимәлдәге сараларҙы ҡабул итә белгән ҡунаҡсыл һәм сағыу төбәге итеп күрһәтте, тип билдәләне ул.

«Эшлекле һәм мәҙәни программаларҙан тыш, ҡунаҡтарға Өфөнөң, Башҡортостандың матурлығын күрһәтә алдыҡ. Улар һәйкәлдәргә, музейҙарға, беҙҙең аш-һыуға һәм традицияларға һоҡланыуын йәшермәне. Форумды әҙерләгән командабыҙҙың эшен юғары баһалаған өсөн Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Ивановнаға рәхмәт. Ул сараны ойоштороуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла, шул иҫәптән көмөш ирекмәндәргә лә рәхмәт әйтте. Беларусь Республикаһының Милли йыйылышы Советы рәйесе Наталья Ивановна Кочановаға һәм ошо илдең делегацияһына хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре һәм йылы мөнәсәбәттәр өсөн рәхмәт», - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров төбәк-ара, шул иҫәптән иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү йәһәтенән форумдың әһәмиәтен баһаланы. Өфөлә 100-ҙән ашыу килешеүгә һәм меморандумға ҡул ҡуйылды, шуларҙың өстән бер өлөшө –  Башҡортостан яғынан.

«Республика Минскиҙағы коллегалары менән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Минск трактор заводы һәм «Гомсельмаш» менән килешеүҙәр аграрийҙарҙы сифатлы ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин итәсәк. Киләсәктә МТЗ менән берлектә Дүртөйлөлә мини-тракторҙар йыйыу планы бар», - тине Радий Хәбиров.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика