Өфөгә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X форумында ҡатнашырға килгән Беларусь Республикаһының хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ирина Костевич кисә бер нисә социаль объектта булды.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы етәксеһе Өфөнөң Орджоникидзе районында урынлашҡан «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәгендә халыҡ мәшғүллеге өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү барышы менән танышты.
Ирина Костевич Башҡортостанда мәшғүллек хеҙмәтен яңыртыу темаһы менән ҡыҙыҡһынды һәм бындай эштең әһәмиәтен баһаланы.
Белоруссияның Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре инвалидтар өсөн «Ритм» көндөҙгө файҙалы мәшғүллек үҙәге, «Именлек» республика геронтология үҙәге һәм билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса республика комплекслы социаль үҙәге эшен өйрәнә алды.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 26-28 июндә Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X форумы уҙҙы. Беларусь Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының парламент-ара, сауҙа-иҡтисади, фәнни-мәғариф, мәҙәни бәйләнештәрен нығытыу, эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеү, ике яҡлы хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен үҫтереү был форумдың төп маҡсаттары булып тора.