10:12 (UTC+5), 26 Июня 2023

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты
Альмира Давлетбаева

26 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция барышында яраланыуға бәйле хеҙмәттән азат ителгән, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙға генерал Миңлеғәле Шайморатовтың миҙалдарын тапшырҙы.

«Хөрмәтле яугирҙәребеҙ! Бөгөн һеҙгә дәүләт наградаларын тапшырыу  —беҙҙең өсөн оло мәртәбә, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Республика һеҙҙең һәм ғаиләләрегеҙ хаҡында хәстәрлек күреүҙе дауам итер. Барығыҙ ҙа иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ».

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда генерал Шайморатов миҙалын булдырыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне. Бындай башланғыс менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Яңы дәүләт наградаһы йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда, ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәт бурысын үтәгәндә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарғанда күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өсөн тапшырыла.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-06-26/radiy-habirov-vruchil-medali-generala-shaymuratova-uchastnikam-svo-iz-bashkortostana-3314863

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика