Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-13 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2023, 12:15

Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы 73 йәшлек сикте үтте

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Башҡортостанда ғүмер оҙонлоғо дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән юғары. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Шулай уҡ республика етәксеһе сабыйҙар үлеменең кәмеүен билдәләне.

«Табиптарыбыҙҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә республикала уртаса ғүмер оҙайлығы 73 йәштән уҙҙы, хәҙер ул илдәге уртаса ғүмер оҙонлоғонан юғарыраҡ. Беҙҙә сабыйҙарҙың, яман шештән үлем осраҡтары ла кәмене», — тине Радий Хәбиров.

Бынан алдараҡ Радий Хәбиров Башҡортостан коронавирус пандемияһының ҡатмарлы саҡырыуҙарын еңеп сығыуын, уға ҡаршы көрәшеү өсөн бөтә ресурстарҙы йәлеп итеүҙәрен билдәләне. Был йәһәттән медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-26/v-bashkirii-prodolzhitelnost-zhizni-pereshagnula-73-letniy-vozrast-3314377

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас