Башҡорт батальоны яугирҙәренең «УАЗ» автомобиле Артемовск йүнәлешендә минала шартлаған. «Башинформ»ға билдәле булыуынса, машина яҡташтарыбыҙға аҙыҡ-түлек алып китеп барған. Салондағы хәрбиҙәр зыян күрмәгән.
«Беҙҙең «УАЗ»ик минала шартланы. Барыһы ла иҫән, ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалған өсөн Хоҙайға мең рәхмәт», — ти «Турист» ҡушаматлы яугир.