Алдағы өс көндә Башҡортостанда һалҡынса һәм ваҡыты менән ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +13, +18 градус.
23 июндә урыны менән йәнә бер аҙ ямғыр фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡырау төшә, 0, -2 градус, көндөҙ +14, +19.
24 июндә лә Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +4, +9 градус, көндөҙ +15, +20 градус.