11:54 (UTC+5), 22 Июня 2023

Радий Хәбиров республикала Еңеүҙе яҡынайтыусылар тураһында хәтерҙе һаҡлауҙары хаҡында һөйләне

Фото: Радий Хәбировтың телеграм-каналы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында архивта һаҡланған Бөйөк Ватан һуғышы осоро фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты.

«Фотола – беҙҙең геройҙар Миңлеғәле Шайморатов һәм Таһир Күсимов. Уларҙы һуғыш башында, фронтҡа китер алдынан фотоға төшөргәндәр. Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең башҡа йылдарҙа төшкән фотоһүрәттәре лә бар. Уларҙың барыһы ла – Башҡортостандың Милли архивынан», – тип яҙҙы ул.

Башҡортостанда тарихҡа ихтирам менән ҡарайҙар, батыр йөрәкле ата-бабаларыбыҙ тураһында хәтерҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләйҙәр, тип билдәләне Радий Хәбиров. Ҡайһы бер илдәр тарихты үҙгәртеп яҙыу менән шөғөлләнгән ваҡытта был айырыуса мөһим.  Башҡортостандың Милли архивында ғына – 3 миллион һаҡлау берәмеге, республиканың архив фондында йәмғеһе 7 миллион берәмек иҫәпләнә. 

«Төрлө дәүерҙәрҙең фотолары, хаттары һәм башҡа документтары менән бүлешкән яҡташтарыбыҙға, был байлыҡты һанлаштырған архив хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт. Бөгөн беҙҙең илдә – Хәтер һәм ҡайғы көнө. Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн. Яу яланында һәм тылда Еңеүҙе яҡынайтҡан, фронттан әйләнеп ҡайтмаған яҡташтарыбыҙҙы онотмайбыҙ. Геройҙарға мәңгелек хәтер», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары – 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәренең яҙмышы тураһында «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-22/radiy-habirov-rasskazal-kak-v-bashkirii-hranyat-pamyat-o-teh-kto-priblizhal-pobedu-3309334

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика