


Бөгөн төндә Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә «Хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ» акцияһы уҙҙы.
22 июнь — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тыуған илебеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалыу өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткәндәрҙе иҫкә алыу көнө. 1941 йылдың 22 июнь таңында нацистик Германия, һуғыш иғлан итеп тә тормайынса, Советтар Союзына ябырыла. 1418 көн көн һәм төн дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышында СССР 27 миллионлаған кешеһен юғалта.
22 июнгә ҡарай төндә Өфөнөң Совет майҙанындағы Шайморатов һәйкәле янында бер юлы 600 шәм ҡабыҙылды, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Шишмә районында, Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында тағы ла 1500 шәм тоҡандырылды.
Был төндә Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы янында 300 шәмде теҙеп, «Хәтерләйбеҙ» һүҙен яҙҙылар.
Башҡортостан «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһына ла ҡушылды, унда ҡатнашыусылар 2009 йылдан башлап 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә шәмдәр тоҡандыра.
«Башҡорт АССР-ынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына 710 меңдән ашыу һалдат киткән, уларҙың 300 меңгә яҡыны яу ҡырында ятып ҡалған. Һәр яугир, тылда Бөйөк Еңеү өсөн эшләгәндәрҙең һәр береһе иҫтәлегенә шәмдәр тоҡандырҙыҡ. Башҡортостан яугирҙәре Ҡыҙыл Армия сафында Ҡара диңгеҙҙән Баренцевҡа тиклем бөтә фронттарҙа һуғышҡан. Меңәрләгән яугир Ленинград янында оборона һәм һөжүм алыштарында ҡатнашҡан, 1942 йылда Волгала, 1943 йылда Курск һәм Белгород янында алышҡан, Украинаны, Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Беҙ йыйылған урын да осраҡлы һайланмаған. «Хеҙмәт ҡаманлығы ҡалаһы» стелаһы — тылда эшләгән яҡташтарыбыҙға һәйкәл, – тип һөйләне «Алға Патриот» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ринат Хәбиров.
Акция «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы янында бер минутлыҡ тынлыҡ һәм «Торналар» йыры менән тамамланды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.