

Башҡортостан юлдаш телеканалында «Башҡортостан. Хроника. Махсус хәрби операция» документаль фильмын күрһәтәләр. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте. Фильмдың нигеҙендә — республика киң мәғлүмәт сараларының материалдары, алғы һыҙыҡтан уникаль кадрҙар. Унда мобилизацияланған һәм үҙ теләге менән яуға киткән яҡташтарыбыҙҙың Тыуған илебеҙҙе һаҡлауы, тылда яугирҙәргә нисек ярҙам күрһәтеүҙәре хаҡында бәйән ителә.
«Башҡортостан. Хроника... » серияһынан тағы бер фильм төшөрҙөк. Был юлы махсус хәрби операцияға арнала. Ошо фильм да — көслө һәм ҡыйыу яҡташтарыбыҙ, яңы саҡырыуҙар хаҡында», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
«Башҡортостан. Хроника. Махсус хәрби операция» фильмы кесаҙна һәм йома киске сәғәт 7-лә Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.