


24 июндә, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X юбилей форумы алдынан, Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумы була. Сараны Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Белоруссияның Мәғариф министрлығы һәм Белоруссияның республика йәштәр союзы менән берлектә республика хөкүмәте, йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ойоштора.
«Бөгөн Рәсәй менән Беларусь Республикаһы араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәр – илдәребеҙҙең тарихи үткәне һәм заманса һөҙөмтәле коммуникация. Был берҙәмлектә йәштәребеҙҙең алдынғы идеялары ҙур роль уйнай. Форумда студенттар, ауыл һәм ижади йәштәр вәкилдәре, йәш ғалимдар, хәрби-патриотик клубтарҙа шөғөлләнеүселәр үҙҙәренең платформалары сиктәрендә эшләй. Был йәштәр араһында яңы халыҡ-ара хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен үҫтереү өсөн шәп майҙансыҡ», — тип билдәләне Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.
Форумдың программаһы дүрт тематик йүнәлешкә бүленгән: агросәнәғәт комплексы һәм ауыл биләмәләре йәштәре, илһөйәрлек ойошмаларында ҡатнашыусылар, йәштәр ойошмаларының, балалар һәм студенттар берләшмәләренең ижади лидерҙары, студент отрядтары һәм эшсе йәштәр вәкилдәре өсөн. Шулай уҡ Өфө - Брест - Минск халыҡ-ара йәштәр телекүпере һәм Рәсәй-Белоруссия йәштәренең үҙ-ара эш итеү перспективалары мәсьәләләре буйынса стратегик сессиялар ҡаралған.
Ҡатнашыусылар «ПРОФфест» Бөтә Рәсәй һөнәрҙәр йәрминкәһенә, республиканың Хәрби дан музейына бара, Еңеү паркында Мәңгелек утҡа һәм мемориалдарға сәскәләр һалыу тантанаһында, Йәштәр көнө байрамында ҡатнаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Рәсәй-Белоруссия форумын уҙғарыуға бәйле урамдарҙы ябыу графигын баҫтырып сығарҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.