Башҡортостанда 27 июндә билдәләнгән Йәштәр көнө июнь айының һуңғы шәмбеһенә күсерелде. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары май аҙағында тейешле закон ҡабул иткәйне. Шуға күрә алкоголде берәмләп һатыу тәртибе лә үҙгәрҙе.
«Быға тиклем Йәштәр көнөндә (27 июндә), шулай уҡ уның менән бәйле байрам сараларын үткәргән көндә хәмер һатыу тыйылғайны, — тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Хәҙер иһә бер көн генә спиртлы эсемлектәр һатырға ярамай. Быйыл июндең һуңғы шәмбеһе 24-енә тура килә.Тимәк, был шәмбе республикала хәмер һатылмай. Бындай сикләү дөйөм туҡланыу предприятиеларына: кафе-ресторанға һәм башҡаларға ҡағылмай».
Башҡортостан парламенты спикеры һүҙҙәренсә, муниципалитеттарҙың объектив сәбәптәр буйынса Йәштәр көнөн үткәреү өсөн икенсе көндө һайлау хоҡуғы бар. Шуға күрә ҡайһы бер ҡалаларҙа һәм райондарҙа иҫерткес эсемлектәрҙе берәмләп һатыуҙы тыйыу башҡа көндө ғәмәлдә була. Мәҫәлән, быйыл Саҡмағош районында Йәштәр көнөн йома, 23 июндә, билдәләйҙәр, шуға был көндө районда спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеү тыйыла.
Өфөлә, Башҡортостандың күпселек муниципаль берәмектәрендәге кеүек үк, Йәштәр көнө 24 июндә уҙғарыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.