Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
97
+0.5
102.1
+0.12
93.24
+0.14
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь , 17:24

Республикабыҙҙан махсус хәрби операция ирекмәненең улы тыуған

видеонан скриншот
Фото:видеонан скриншот

Ҡырмыҫҡалы районынан эшҡыуар егет, республика эшҡыуарҙарының ирекмәндәр штабы рәйесе Тимерғәле Ураҙғоловтың улы тыуған. «Башинформ»ға билдәле булыуынса, был ҡыуаныслы яңылыҡты яҡташыбыҙ яу яланында ишеткән. Ул һалдаттарыбыҙға гуманитар йөк алып килгән.

Тимерғәле үҙенең телеграм-каналында кәләше Лианаға ошо бәхетте бүләк иткән өсөн рәхмәт белдергән. Тәүгеләрҙән булып уны яугир ир-егеттәр ҡотлаған.

«Бында егеттәр күргәнде балаларыбыҙ күрмәһен ине. Балаларыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың баш осонда һәр саҡ тыныс күк йөҙө булһын өсөн беҙ бында киләбеҙ», - ти күп балалы атай.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-06-20/novost-zastala-pryamo-v-okope-uchastnik-svo-iz-bashkirii-stal-mnogodetnym-ottsom-3306704

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас в