Өфөлә «Ҡорбан Хәләл Fest» республика байрамы ойошторола.
Сара 28 июндә «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәге алдындағы майҙанда иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
«Программала төрлө саралар ҡаралған, шул иҫәптән балалар өсөн дә. Концерт, хәләл йәрминкә була. Һәр кем байрам һыйы — тәмле былауҙан ауыҙ итә ала», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфө мэрияһынан.
6+