
Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хеҙмәттәштәрен һөнәри байрамы — Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән тәбрикләне. Ул республика халҡы исеменән табиптарға, шәфҡәт туташтарына, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә изге эше һәм һөнәргә тоғролоҡ өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Һеҙҙҙең миссияғыҙ бик ауыр — һөнәри бурысығыҙға тоғро ҡалып, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыу, — тиелә ҡотлауҙа. — Табиптарыбыҙ бөтә саҡырыуҙарҙы уңышлы еңеп сыға. Пандемия ваҡытында коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштек, хәҙер Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, азат ителгән биләмәләрҙә йәшәгән тыныс халыҡты ярҙамыбыҙҙан ташламайбыҙ. Медицина ротаһындағы коллегаларыбыҙ әле хәрби әҙерлек урынында, тиҙҙән улар яраланған яугирҙәргә итеү өсөн махсус хәрби операция зонаһына юллана.
Һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүҙе мотлаҡ дауам итербеҙ. Кешеләр һәр ваҡыт уңайлы, сифатлы медицина ярҙамы алырға, ә медицина хеҙмәткәрҙәре (ҡалаларҙа ла, ауыл ерендә лә) заманса, лайыҡлы шарттарҙа эшләргә тейеш.
Хөрмәтле коллегалар! Һәр берегеҙ кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмере өсөн яуаплы. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға бәхет, именлек, ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйем!».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.