Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2023, 11:33

Республикала һауа +28 градусҡаса йылына

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, ял көндәренә ҡарай республикаға йәйге йылы әйләнеп ҡайта. Бөгөн көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы +20, +25°.

Йома, 16 июндә, көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ, республиканың көньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +10, +15°, төньяҡ-көнсығышта +5°, көндөҙ +23, +28°.

Шәмбе, 17 июндә, яуым-төшөмһөҙ, республиканың көньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +10, +15°, төньяҡ-көнсығышта +5°, көндөҙ +20, +25°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-15/v-bashkirii-vozduh-progreetsya-do-28-gradusov-3300129

 

Авторҙар: Альмира ДавлетбаеваДарья Субботина
Читайте нас