11:27 (UTC+5), 15 Июня 2023

«Азимут» авиакомпанияһы Өфөнән Тель-Авивҡа һәм Тбилисиға тура рейстар асыу мөмкинлеген тикшерә

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Ғиззәтуллин

15 июндә XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Азимут» авиакомпанияһының директорҙар советы рәйесе Павел Удод менән осрашты. Улар авиакомпания эшенең мөһим мәсьәләләрен һәм Өфөнән яңы рейстар асыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, компания самолёттары осҡан йүнәлештәр географияһы Башҡортостан халҡының ихтыяждарына яуап бирә. Өҫтәүенә республика билет хаҡын кәметеү өсөн эске рейстарҙа осоштар хаҡының бер өлөшөн субсидиялай.

«Азимут» компанияһының директорҙар советы рәйесе Павел Удод төбәк менән үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген һәм Башҡортостандың баш ҡалаһынан яңы маршруттар асыу кәрәклеген юғары баһаланы.

«Беҙ республика менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре һәм сит илдәр менән тура авиабәйләнеште үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Киләсәктә Өфө аэропорты хаб кимәленә етеүе ихтимал. Был эшкә булышлыҡ итергә әҙербеҙ, – тип билдәләне Павел Удод. – Һуңғы йылдарҙа компания Башҡортостандың баш ҡалаһынан осоштар һанын арттыра, географияһын киңәйтә. 2023 йылдың аҙағына тиклем Кемерово, Тель-Авив, шулай уҡ Тбилиси ҡалаларына рейстар асырға йыйынабыҙ».

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-15/aviakompaniya-azimut-prorabatyvaet-vozmozhnost-zapuska-pryamyh-reysov-iz-ufy-v-tel-aviv-i-tbilisi-3300858

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика