Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2023, 10:48

Абхазияла ҡойма ямғырҙан һуң документтарһыҙ ҡалған республикабыҙ туристарына компенсация түләнгән

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева «Башинформ»ға Абхазияла Башҡортостан туристары менән булған хәлгә аңлатма бирҙе.

«Беҙ Абхазия Республикаһы президенты хакимиәте менән бәйләнештәбеҙ, тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргән Башҡортостан туристары тураһында актуаль мәғлүмәт алабыҙ. Шулай уҡ зыян күргән өс ғаилә: өс өлкән кеше һәм ете бала менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Әлеге ваҡытта уларҙың хәүефһеҙлегенә һәм һаулығына хәүеф янамай, улар яңы урында, ярҙам күрһәтелгән. Илселек вәкиле зыян күреүселәр менән осрашҡан, документтар әҙерләй. Яҡын арала улар яңы документтар алып, мөмкинлек булыу менән өйҙәренә ҡайта алыр. Бынан тыш, Абхазия президенты, Гагра хакимиәте бойороғо буйынса һәр ғаиләгә 100-әр мең һум компенсация түләнде», — тине ул.

Хәбәр ителгәнсә, Абхазияла ял иткән ун яҡташыбыҙ иртәнсәк Гагра районында ҡупҡан көслө ғәрәсәт һөҙөмтәһендә документтарһыҙ ҡалған. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында билдәләүҙәренсә, туристарҙы ҡайтарыу мәсьәләһе махсус контролдә тотола.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-15/turistam-iz-bashkirii-ostavshimsya-bez-dokumentov-posle-livnya-v-abhazii-vyplatili-kompensatsiyu-3299909

 

Читайте нас