Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2023, 11:26

Әлшәй районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Суворов миҙалы менән бүләкләнгән

Дамир Мостафин/vk.com
Фото:Дамир Мостафин/vk.com

Әлшәй районынан «Ибраһим» ҡушаматлы яугир дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән. Хакимиәт башлығы Дамир Мостафиндан яҡташыбыҙҙың Суворов миҙалын алыуы билдәле булды. Тейешле указға 17 апрелдә ил президенты ҡул ҡуйған.

«Был уның батырлығын, яуаплылылығын, шулай уҡ үҙ эшенә тәрән тоғролоғон раҫлай. Беҙ уның хаҡында Тыуған илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлаған геройыбыҙ тип ғорурланып һөйләй алабыҙ. Яҡташыбыҙҙы ошондай мөһим награда менән ҡотлайым. Тыуған илгә тоғролоҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн рәхмәт!», - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Әлшәй хакимиәте етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-06-13/uchastnik-svo-iz-alsheevskogo-rayona-bashkirii-nagrazhden-medalyu-suvorova-3298390

Читайте нас: