


15 июндә Өфөлә пассажир транспортын тикшереү ойошторола. Баш ҡала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, рейдтар авариялар кимәлен кәметеүгә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм пассажирҙарҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Автоинспекторҙар автобус водителдәренең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын асыҡлау һәм уларға юл ҡуймау буйынса техник контроль бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында рейдтар үткәрә.
«Автобустарҙың техник торошона һәм уларҙың конструкцияһының билдәләнгән талаптарға тап килеүенә, водителдәрҙең рейсҡа сығыр алдынан медицина һәм техник тикшереүе үтеүенә, уларҙың хеҙмәт һәм ял режимын, шулай уҡ пассажирҙарҙы ташыуҙа билдәләнгән нормаларҙы үтәүенә айырыуса ҙур иғтибар бүленә», — тип белдерҙеләр ведомствола.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.