13 июндән 3 июлгә тиклем Өфөнөң Зәки Вәлиди урамында генерал-губернатор Перовский урамынан Ғафури урамына тиклемге участкала хәрәкәт ябыла. Был хаҡта ҡала хакимиәте хәбәр итә.
Хәрәкәтте сикләү Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X юбилей форумын уҙғарыу менән бәйле. Йәмәғәт транспорты хәрәкәте схемаһы ла үҙгәрә. Бынан алдараҡ «Башинформ» форум хаҡында хәбәр иткәйне.