11:20 (UTC+5), 13 Июнь 2023

Өфөлә яңыртылған Нефтехимиктар паркы асылды

Фото: Илшат Ҡаҙаҡҡолов

12 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың боронғо рекреацион зоналарының береһе - Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркын асыу тантанаһында ҡатнашты. Паркка 1947 йылда нигеҙ һалынған.

«Барығыҙҙы ла Рәсәй көнө һәм Өфө ҡалаһы көнө менән ҡотлайым! Бөгөн Өфөгә – 449 йыл. Киләһе йылда баш ҡалабыҙҙың юбилейы. Байрамға Өфөгә яңы социаль һәм мәҙәни объекттар, парктар, ихаталар һәм юлдар бүләк итербеҙ. Ә бөгөн, Өфөнөң тыуған көнөндә, реконструкциянан һуң, асылда, яңы Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркын асабыҙ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: беҙ уның исемен үҙгәртмәнек. Был иһә республикабыҙ иҡтисадын булдырған нефтехимиктарға хөрмәт күрһәтеү. Белеүегеҙсә, хәҙер Өфө – Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы, Еңеүҙе яҡынайтҡан төп учреждениелар башлыса Черниковкала урынлашҡан. Бөгөн был биҫтә үҫешә, үҙгәрә: яңы парктар, скверҙар барлыҡҡа килә.Минеңсә, беҙ бында балаларыбыҙ өсөн яңы тормош шарттары булдырабыҙ. Һеҙҙе байрам менән ихлас ҡотлайым. Барығыҙға ла тыныслыҡ, изгелек, һаулыҡ теләйем!» – тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров Өфөнөң уңыш ҡаҙанған граждандарына һәм махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәргә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Респблика етәксеһе паркта йөрөгәндә бында башҡарылған реконструкция эштәрен баһаланы.

«Нефтехимиктар паркын танып та булмай, ул һиҙелерлек үҙгәрҙе, яҡты һәм сағыу, шул уҡ ваҡытта үҙенең үҙенсәлеген һаҡлап ҡалды. Хәҙер бында рәхәтләнеп йөрөргә мөмкин, балалар өсөн бынамын тигән урын. Һеҙгә парктарға ошондай иғтибар бүлгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт», - тине Черниковкала йәшәүселәр Радий Хәбировҡа.

https://www.bashinform.ru/articles/social/2023-06-12/v-ufe-otkrylsya-obnovlennyy-park-neftehimikov-3296922

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика