
Башҡортостан синоптиктары «Башинформ»ға алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте.
Бөгөн, ял көндәре алдынан һуңғы эш көнөндә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +18, +23 градус.
10 июндә республикала төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, Башҡортостандың көньяғында яуым-төшөмһөҙ. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, таулы райондарҙа +1-гә тиклем. Көндөҙ +20, +25 градус.
11 июндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе фаразлана, республиканың көньяғында яуым-төшөмһөҙ. Ел талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13 градус, көндөҙ +17, +22. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында +23, +28 градус.
12 июндә — Рәсәй көнөндә республикала аяҙлы-болотло була. Һауа температураһы көндөҙ +16, +17 градус.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.