11:42 (UTC+5), 09 Июня 2023

Өфөлә Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонды хәрби әҙерлек урынына оҙаттылар

Фото: Олег Яровиков
Эдуард Ҡусҡарбәков

Бөгөн Совет майҙанынан «Башҡортостан» ирекле мотоуҡсылар полкының Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге башҡорт батальонын хәрби әҙерлек урынына оҙатыу тантанаһы үтте. Уның менән бергә матди тәьминәт ротаһы һәм мотоуҡсылар полкының ремонт ротаһы ла хәрби әҙерлек урынына юлланды.

Батальон командиры Фәрит Миһранов Башҡортостан Башлығына хәрби подразделение төҙөү тураһында хәбәр итте, унан һуң Радий Хәбиров Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева менән легендар дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды.

«Бөгөн беҙ Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонды һәм ике подразделениены хәрби әҙерлек урынына оҙатабыҙ. Шулай итеп, беҙ Башҡортостан ирекле мотоуҡсылар полкын ойоштороуҙы тамамлайбыҙ. Уның ике батальоны һәм биш подразделениеһы хәрби әҙерлек үтә. Республика исеменән һеҙгә Ватан һағына баҫырға ҡарар итеүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Бар халыҡ һеҙгә рәхмәт әйтә һәм оло ихтирам менән ҡарай. Тыныс тормошта ҡулға ҡорал алыу — еңел булмаған ҡарар. Әммә бик кәрәкле. Бөгөн һеҙ хәрби бурысығыҙҙы үтәргә юлланаһығыҙ. Ғаиләләрегеҙ - атай-әсәйҙәрегеҙ, ҡатындарығыҙ, балаларығыҙ өйҙә ҡала. Уларға ярҙам итергә вәғәҙә бирәбеҙ. Республикала яугирҙәргә һәм хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә дүрт ярҙам үҙәген астыҡ. Хөрмәтле яугирҙәр! Үҙ бурысығыҙҙы лайыҡлы үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырһығыҙ тип ышанам. Ә беҙ һеҙҙе ҡаршы алырбыҙ. Эшләгеҙ, туғандар», - тине Радий Хәбиров, яугирҙәргә мөрәжәғәт итеп.

Рәсәй Геройы, запастағы генерал-майор Сергей Тулин яугирҙәргә изге теләктәрен еткерҙе.

«Беҙҙең егеттәр махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй. Республикабыҙ яугирҙәренә хөрмәт һәм ихтирам», - тине Сергей Тулин.

Яугирҙәр Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлеге өсөн көрәшә, беҙҙең эшебеҙ хаҡ, еңеү беҙҙең яҡта булыр, дошман тар-мар ителер, тине батальон командиры.

Яҡындары менән хушлашҡандан һуң подразделение яугирҙәре «Башҡортостан» ирекмәндәр полкының башҡа частары урынлашҡан Һамар өлкәһенә хәрби әҙерлек үтергә юлланды.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-06-09/v-ufe-na-boevoe-slazhivanie-provodili-batalon-imeni-geroya-sovetskogo-soyuza-minigali-gubaydullina-3294512

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика