Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 9 июндә төндә республиканың төньяғында ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә. Автомобиль юлдарына төндә һәм иртән томан төшә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей. Урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә +4, +9°, көндөҙ +18, +23°.