7 июндә Белорет районында Башҡортостан Башлығы махсус операцияла һәләк булған подполковник Альберт Кәримовтың һәм ефрейтор Артём Мамыкиндың яҡындары менән осрашты. Радий Хәбиров әңгәмә барышында яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашып, лайыҡлы улдар – Ватан һаҡсыларын һәм патриоттар тәрбиәләгән өсөн ата-әсәләренә рәхмәт белдерҙе.
«Беҙ тотош республика менән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Һеҙ ысын геройҙар, ысын ир-егеттәр тәрбиәләгәнһегеҙ, - тине Башҡортостан Башлығы. – Беҙҙең маҡсат – уларҙың хәтерен мәңгеләштереү. Беҙ мотлаҡ һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күрербеҙ».
Республика етәксеһе Альберт Кәримовтың һәм Артём Мамыкиндың туғандарына генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Ике яугир ҙә был наградаға үлгәндән һуң лайыҡ булған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре теләгән ваҡытта район хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип билдәләне Радий Хәбиров. Бынан тыш, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарына Республика кардиология диспансерында дауаланыу курсын үтергә тәҡдим итте.
«Беҙҙә һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре өсөн махсус дауалау программаһы бар. Унда хәстәрлекле, иғтибарлы табиптар эшләй», - тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.