

10 июндә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының «Уңыш» стадионында, һабантуй ваҡытында, «Ҡорот байрамы» этно-фестивале ойошторола. Райондың һәр ауыл биләмәһе башҡорттарҙың боронғо ризыҡтарының береһе булған ҡорот күргәҙмәһен әҙерләй.
«Хәйбулла йәйләүе» ихатаһында милли һөт ашамлығын әҙерләү һәм һаҡлау процесы күрһәтелә.
Фестивалдең иң сағыу мәле — иң ҙур ҡорот әҙерләү буйынса Рәсәй рекордын ҡуйыу. «Башинформ» агентлығына хакимиәт башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова хәбәр итеүенсә, рекордты теркәү өсөн Рәсәйҙең рекордтар Китабы эксперты килә.
Байрамға бик күп ҡунаҡтар саҡырылған, улар араһында «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» Эльбрус Ниғмәтуллин да бар. Байрамдың төп геройы — «Ҡоротбикә».
- Хәйбулла ере ҡорот эшләү оҫталары менән дан тота. Уңған хужабикәләр әҙерләгән һөт ризыҡтары, ҡорот һәм эремсек төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, улар — районыбыҙ бренды. Әбеш ауыл биләмәһенең Һаҡмар-Наҙарғол ауылы бер нисә төр һөт продукцияһы әҙерләй, ул иң ҡиммәтле һәм файҙалы тип һанала. Уны әҙерләү серҙәренә төшөнөргә теләүселәрҙе һәм ҡорот яратыусыларҙы көтөп ҡалабыҙ. Ҡорот фестиваленә рәхим итегеҙ, — ти ойоштороусылар.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.