

Башҡортостандың Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Бәләбәй, Федоровка, Баймаҡ һәм Бишбүләк райондарында ебәк күбәләгенә ҡаршы 65 мең гектар урман эшкәртелгән, тип хәбәр итте Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуының тура эфирында Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Парһыҙ ебәк күбәләгенең таралыуы — 10-12 йылға бер тапҡыр теркәлгән тәбиғи процесс, тип билдәләне Марат Шәрәфетдинов. Мәҫәлән, былтыр республика биләмәһендә 655 мең гектарҙа, ә быйыл 397 мең гектар ерҙә сир сығанаҡтары теркәлгән.
Республика урмандарын химик һәм биологик препараттар менән эшкәртергә мөмкин. Бал ҡорттарына һәм башҡа файҙалы бөжәктәргә зыян килтермәҫ өсөн төбәктә биологик ысул файҙаланыла. Эшкәрткәндән һуң белгестәр 7-10 көн урманға бармаҫҡа кәңәш бирә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.