12:36 (UTC+5), 06 Июня 2023

Медиайыйында республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистарына лайыҡлы наградалар тапшырылды

Фото: Валерий Шахов

Бөгөн, 6 июндә, Өфөлә киң мәғлүмәт сараларының «Медиайыйын-2023» форумы башланды. Унда республика медиаберләшмәһенең 600- гә яҡын вәкиле, шулай уҡ федераль ҡунаҡтар — Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев, Russia Today каналының баш мөхәррир урынбаҫары Анна Белкина һәм башҡалар ҡатнаша.

Форумдың тантаналы өлөшөндә республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистарына лайыҡлы наградалар тапшырылды. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев республиканың Журналистар союзы рәйесе, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовты Рәсәй Прездентының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Башҡортостан Башлығы указы менән республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡоловаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде, тип хәбәр итә ваҡиға урынынан «Башинформ» хәбәрсеһе.

Республика Башлығының рәхмәт хаты менән билдәләнде:

— Ғәббәсов Валерий Илгиз улы — «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы режиссер-монтажлаусыһы,

— Ҡорбанова Лилиә Радик ҡыҙы — «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы мөхәррире,

— Таймаҫханова Динара Мәүлит ҡыҙы — «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы хәбәрсеһе,

— Шәмсетдинов Артур Артур улы — «Башҡортостан»телерадиотапшырыуҙар компанияһы  комментаторы.

Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев та республика киң мәғлүмәт саралары журналистарының юғары кимәлен билдәләне. Ул Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизовҡа Рәсәй Журналистар союзының «Профессиональ берләшмә алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» тигән почет билдәһен тапшырҙы.

Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовҡа Рәсәй Журналистар союзының почет билдәһе тапшырылды.

Юғары профессиональ ҡаҙаныштары, республика журналистикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан журналистар Рәсәй журналистар союзының почет грамотаһы менән бүләкләнде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-06/v-ufe-v-ramkah-mediayyyyna-zhurnalistam-respublikanskih-smi-vruchili-zasluzhennye-nagrady-3289130

 

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика