Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2023, 11:32

Республикала дүртенсе ҡаттан ҡолап төшкән бер йәшлек ҡыҙ иҫән ҡалған

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Кисә көндөҙ Башҡортостанда 112 саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Учалы районында бер йәшлек баланың дүртенсе ҡаттан ҡолап төшөүе тураһында хәбәр килгән. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сабый төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

«Тәҙрәнән йығылып төшөү балалар йәрәхәтләнеүенең һәм үлеменең төп сәбәптәренең береһе булып тора, айырыуса ҡалаларҙа. Балалар асыҡ тәҙрәнән ҡарарға ярата. Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ»,  — тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-06-05/v-bashkirii-godovalaya-devochka-vyzhila-pri-padenii-s-chetvertogo-etazha-3287785

Читайте нас