07:04 (UTC+5), 05 Июнь 2023

Башҡортостан райондарының береһендә хакимиәт хеҙмәткәре үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китте

Фото: Олег Яровиков
Ләйсән Закирова

Көйөргәҙе районы хакимиәте хеҙмәткәре үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китте. Муниципалитеттың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, 34 йәшлек ир мәғариф бүлегендә эшләгән. Үҙ эшенең оҫтаһы, изге күңелле һәм ярҙамсыл кеше, тиҙәр хеҙмәттәштәре уның хаҡында.

Хакимиәт башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҡташының алғы һыҙыҡҡа юлланыу сәбәптәре тураһында яҙған.

«Хакимиәтебеҙ хеҙмәткәре ирекмәндәр сафын тулыландырҙы... Бының сәбәбе тураһындағы һорау ул былай тип яуап бирҙе: «Илһөйәрлек – ул Ватаныбыҙҙы һаҡлау. Мин балаларыма һәр саҡ Тыуған илебеҙҙең тарихы тураһында һөйләйем, бергәләп музейҙарға йөрөйбөҙ, Рәсәй, уның геройҙары, һуғыштан һуң уны тергеҙеү хаҡында фильмдар ҡарайбыҙ. Йәғни бәләкәйҙән уларҙа Ватанға һөйөү тәрбиәләргә тырышам. Бөгөн, илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа, дуҫтарымдың күбеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ваҡытта, мин ситтә тороп ҡала алмайым. Балаларҙа Ватанға һөйөү тәрбиәләгән атай булараҡ, мин унда, иптәштәрем янында булырға тейешмен. Ғаиләм быны аңлай һәм хуплай. Ләкин мин ғаиләм өсөн дә тынысмын, ул дәүләт тарафынан тәьмин ителә. Был минең ҡарарым. Мин Рәсәй өсөн!», - тип яугирҙең һүҙҙәрен килтерә Юлай Ильясов.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-06-05/sotrudnik-administratsii-odnogo-iz-rayonov-bashkirii-ushel-dobrovoltsem-na-svo-3287835

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика