14:40 (UTC+5), 05 Июнь 2023

«Башҡортостан» ирекле мотоуҡсылар полкын ойоштороу июнь аҙағына тамамлана

Фото: Олег Яровиков
Ләйсән Закирова

«Башҡортостан» ирекле мотоуҡсылар полкын төҙөү июнь аҙағында тамамлана. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе хәбәр итте. Хәрбиҙәр ике-өс ай хәрби әҙерлек үткәс, алғы һыҙыҡҡа юллана.

«Бөтә егеттәргә лә ҙур рәхмәт. Эште дауам итергә кәрәк. Үҙ өҫтөбөҙгә алған бурыстарҙы үтәү зарур», - тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 июндә Өфөнөң Совет майҙанында Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһын һәм Әхмәт Дәүләтов исемендәге башҡорт медицина ротаһын оҙатыу тантанаһы үтте. Улар «Башҡортостан» ирекле мотоуҡсылар полкы составына инә. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, уның составында совет партизаны һәм данлыҡлы разведчик Даян Мурзин, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге ирекле батальондар, Мөғин Нагаев исемендәге артдивизион бар.

Шул уҡ көндө Башҡортостан Башлығы Һамар өлкәһенә, «Башҡортостан» ирекле полкы хәрби әҙерлек үткән урынға барҙы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-06-05/dobrovolcheskiy-polk-bashkortostan-budet-polnostyu-sformirovan-k-kontsu-iyunya-3288046

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика