Өфөлә «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсете төҙөлөшө тергеҙелде. Бөгөн республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов журналистарға ошо турала белдерҙе. Төҙөлөш эштәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса башланды, тип билдәләне ул.
«Хәтерегеҙгә төшөрәм, мәсет 2007 йылда һалына башлағайны. Бынан һуң проект-смета документацияһына күп төҙәтмәләр индерелде һәм эштәр туҡтап ҡалды. Радий Фәрит улы ҡушыуы буйынса беҙ биләмәне төҙөкләндереү эштәренә тотондоҡ, майҙансыҡты кәртәләйбеҙ, барыһын да стандарттарға ярашлы итеп эшләйбеҙ. Әлеге көндә проект-смета документацияһына төҙәтмәләр индерелә, өҫтәмә дәүләт экспертизаһын үткәреү ҡаралған. Контракттың тулы хаҡын билдәләгәс, төҙөлөштө өҫтәмә финанслау мәсьәләләре менән шөғөлләнә башлайбыҙ», - тип билдәләне Ридаль Сәйетов.
Уның һүҙҙәренсә, бюджетта мәсет төҙөлөшөн финанслау ҡаралмаған, барлыҡ эштәр меценаттар ярҙамы менән башҡарыла.
«Беҙҙең төҙөлөш тармағында лайыҡлы коллегаларыбыҙ бар, улар бизнеста уңышлы, илебеҙ һәм республикабыҙ патриоттары. Улар үҙ аҡсаһын һала, Башҡортостанда йәшәүселәр араһында мәсет төҙөүгә өлөш индерергә теләүселәр күп. Беҙ финанслауға бәйле проблемалар күрмәйбеҙ, төҙөлөштө мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамларбыҙ. «Әр-Рәхим» Башҡортостан халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡыуандырыр тип ышанабыҙ», – тине ведомство етәксеһе.
2023 йылдың 13 мартында мәсеттең бер манараһы ҡолап төшкәйне. Ридаль Сәйетов һүҙҙәренсә, «Грант» инженер үҙәге яңы конструкция эшләгән.
«Ошо көндәрҙә ошо конструкцияны төҙөлөш майҙансығына килтерергә тейештәр», - тине Ридаль Сәйетов.
Йома - мосолмандарҙың изге көнө. Бөгөндән «Әр-Рәхим» мәсетендә, диндарҙарҙы намаҙға саҡырып, аҙан яңғырай башланы.
«Тимәк, арабыҙҙа ҡара көстәр аҙыраҡ булыр. Аҙан йышыраҡ яңғырарға тейеш. Йома намаҙы өйлә ваҡытында уҡыла, «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсетенән яңғыраған аҙан тауышы барыһының да күңеленә хуш килер», - тине Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.