07:04 (UTC+5), 02 Июня 2023

Ҡалтасы районындағы ҙур янғын тулыһынса һүндерелгән

Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Альмира Давлетбаева

Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Кәримова Республикаға идара итеү үҙәгенән БСТ каналының «Сәләм» тапшырыуында янғындар буйынса оператив мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.

Уның һүҙҙәренсә, Ҡалтасы һәм Краснокама райондары сигендә, Ҡуян ауылы эргәһендә сыҡҡан янғынды һүндергәндәр. Утҡа ҡаршы биш көн буйына көрәшкәндәр.

«Был урынға барып етеүе бик ауыр, өҫтәүенә торфлы урын. Ут таралмаһын өсөн ерҙе һөрөү һәм һыу һиптереү эштәре башҡарылды. Урында оператив янғын һүндереү штабы булдырылды, — тип хәбәр итте ул. — Ирекмәндәр ныҡ ярҙам итте, көн һайын күрше ауылдарҙан, Нефтекаманан, Дүртөйлөнән 200-450 кеше килә ине. Улар Урман хужалығы министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән бергә янғынды һүндереүҙә әүҙем ҡатнашты. Янғын ҡоторған көндәрҙә утты һүндереүгә КА-32 вертолетын йәлеп иттек».
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығыБашҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика