Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2023, 16:02

Өфөнөң ике зыяратында хәрбиҙәрҙе ерләү өсөн почетлы кварталдар бүленә

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Өфөнөң «Көньяҡ-5» һәм «Төньяҡ-2» зыяраттарында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙе ерләү өсөн почетлы кварталдар булдырыла. Бөгөн, 31 майҙа ҡала Советы депутаттары ритуал хеҙмәттәр тураһында положениеға тейешле төҙәтмәләр индерҙе. Был турала менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Кожевников белдерҙе.

«Проектта «Көньяҡ 5», «Төньяҡ 2» зыяраттарында, махсус статус беркетеп, хәрби ҡәберлектәр өсөн почетлы кварталдар ойошторорға тәҡдим ителә», - тип хәбәр итте ул.

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, һәләк булған хәрбиҙәрҙе ошо почетлы кварталдарҙа ерләү өсөн Өфө мэрының рөхсәте кәрәк. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-31/na-dvuh-ufimskih-kladbischah-vydelyat-pochetnye-kvartaly-pod-voinskie-zahoroneniya-3282237

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас