

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ойошторолған «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының филиалы асылды. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, фонд махсус операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү эше менән шөғөлләнә.
«Бурыстар иҫәбендә — медицина, психологик, социаль ярҙам. Ветерандарҙы эшкә урынлаштырыуҙа һәм ҡайтанан уҡытыуҙа, уларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыуға булышлыҡ итеү һәм башҡалар. Республикала яугирҙәр һәм уларҙың туғандары өсөн 40 социаль координатор әҙерләнгән, йыл аҙағына тиклем уларҙы 180-гә еткерербеҙ. Улар — хәрбиҙәрҙең ҡатындары һәм әсәләре, социаль хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр. Улар махсус хәрби операция ветерандары ғаиләләренең проблемаларын яҡшы белә», — тине Радий Хәбиров.
«Ватанды һаҡлаусылар» Башҡортостандың һәр ҡалаһында һәм районында асыла, тип билдәләне республика етәксеһе.
«Дәүләт фондының филиалына мөрәжәғәт итеүселәрҙе хәстәрлек менән солғап алыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырбыҙ. Бөгөн Башҡортостандың меңләгән данлы улы алғы һыҙыҡта илебеҙҙе һаҡлай. Исемле ирекле подразделениелар, Рәсәй гвардияһы яугирҙәре, контрактсылар, мобилизацияланғандар. Уларҙың һәр береһен иҫән-һау һәм еңеү менән көтәбеҙ. Уларҙың туғандары һәм яҡындары мохтажлыҡ кисермәһен өсөн барыһын да эшләрбеҙ»,— тине Радий Хәбиров.
Фонд филиалының адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107. Эш ваҡыты — иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (ял көндәрендә лә).

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.