Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-22 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2023, 11:43

Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте

Галина Бахшиева
Фото: Галина Бахшиева

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ +27, +32 градус.

Яҙҙың һуңғы көнөндә, 31 майҙа, йәнә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +15, +20 градус, урыны менән +10. Көндөҙ +27, +32.

1 июндә лә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +15, +20 градус, урыны менән +10. Көндөҙ +27, +32 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-30/sinoptiki-bashkirii-rasskazali-kakoy-budet-pogoda-v-blizhayshie-dni-3279902

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас