09:25 (UTC+5), 30 Май 2023

Башҡортостан биләмәһендә пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыу тыйылды

Ксения Калинина

Башҡортостан биләмәһендә пилотһыҙ аппараттар менән файҙаланыу туҡтатылды. Был хаҡта 30 майҙа «Рәсәй» медиаүҙәгендә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә арналған брифингта Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов белдерҙе. Бөгөн пилотһыҙ осҡостарҙың Мәскәүгә һәм Мәскәү өлкәһенә һөжүменә бәйле көнүҙәк һорау бирелде: «Башҡортостан күге нисек һаҡланған? Дрондың осоп килгәнен күрһәң, үҙеңде нисек тоторға?»

«Килеп тыуған хәлдән сығып, Башҡортостан Башлығы указы менән республика биләмәһендә барлыҡ БПЛА-ҙы туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Пилотһыҙ аппараттарҙы ҡулланырға рөхсәт биреү мәсьәләһен бары тик махсус эш комиссияһы ғына ҡарай. Беҙ комиссия, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән предприятиеларҙан һәм ойошмаларҙан килгән һәр заявканы тикшерәбеҙ. Тәртипһеҙ осоштар шунда уҡ туҡтатыласаҡ, ғәйеплеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ , - тип белдерҙе Ирек Сәғитов. - Шикле нәмәләр күрһәгеҙ, 112-гә йәки полицияға хәбәр итергә кәрәк».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика