«Башинформ» агентлығына Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 29 майҙан Red Wings авиакомпанияһы Әрмәнстандың баш ҡалаһына осоштар йышлығын аҙнаһына ике рейсҡа тиклем арттыра.
Өфөнән самолет киске ваҡытҡа билдәләнгән. Дүшәмбе киске 7-се яртыла һәм йома төнгө 11-се 20 минутта. Осоштар Sukhoi Superjet 100 тибындағы һауа судноларында башҡарыла.
«Азимут» һәм Shirak Avia авиакомпаниялары ла Ереванға рейстар яһауын дауам итә.