


«Башинформ»да һәүәҫкәр йырсылар араһында ойошторолған «Ауырлыҡтарҙы йырҙар менән еңәйек» конкурсында ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр бүләкләнде. Сара мәғлүмәт агентлығының «Бәйләнештә»ге «Башҡортостаным яңылыҡтар» төркөмөндә уҙҙы.
Унда республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан талантлы йырсылар ҡатнашты. Шарттарға ярашлы, конкурсанттар яратҡан композицияһын башҡарып, видеоға төшөрөп ебәрергә тейеш ине. Ойоштороусыларға йәмғеһе 49 ғариза килде. Еңеүселәр тауыш биреү ярҙамында билдәләнде.
I урынға һәм 5 000 мең һумға Йәнбикә Хәсәнова (Төмән өлкәһе) лайыҡ булды.
II урынды һәм 3 000 һумды Ризидә Әхмәтшина (Шишмә районы Иҫке Ябалаҡлы ауылы) алды.
III урынға һәм 2 000 мең һумға Гөлнәфис Әсәҙуллина (Әбйәлил районы, Мәхмүт ауылы) лайыҡ булды.
«Ауырлыҡтарҙы йырҙар менән еңәйек» конкурсында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Наградаларҙы «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов һәм Burelar башҡорт рок-төркөмө лидеры Илшат Абдуллин тапшырҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.