Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың урман хужалыҡтары, Урман хужалығы министрлығының федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеү бүлектәре, 8 урман янғыны станцияһы етәкселәренә 44 берәмек яңы урман янғыны һәм урман-патруль техникаһы асҡыстарын тапшырҙы. Техника «Экология» милли проекты һәм «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә һатып алынған.
«Урман — Башҡортостандың төп байлыҡтарының береһе. Шул иҫәптән экологик, мәҙәни байлыҡ. Урманды һаҡлау өсөн бергәләп күп эштәр башҡарабыҙ. Һуңғы йылдарҙа беҙ урман янғындарынан яфа сигәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта урман янғыны хеҙмәте һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көсө менән ҙур зыян килтереүгә юл ҡуймайбыҙ. Шуның өсөн ҙур рәхмәт. Быйыл да, ҡатмарлы һауа шарттарына — яҙҙың иртә килеүенә һәм яуым-төшөмдөң аҙ булыуына ҡарамаҫтан, бергәләп урманыбыҙҙы һаҡлап ҡалырбыҙ тип ышанам. Һеҙҙе техника менән тәьмин итеү өсөн күп эшләйбеҙ. Артабан да урман янғындарын иҫкәртеү хеҙмәтенең матди базаһын һәм һеҙҙең хеҙмәт шарттарын яҡшыртырбыҙ», — тине Радий Хәбиров, урмансыларға мөрәжәғәт итеп.
Асҡыстарҙы тапшырғандан һуң республика етәксеһе техниканы ҡараны, уның характеристикалары менән ҡыҙыҡһынды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.