12:15 (UTC+5), 24 Мая 2023

Республикала йыл башынан 39 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ бала табыу сертификаттары буйынса хеҙмәттәр алған

Башҡортостанда йыл башынан 39 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ һәм яңы тыуған сабыйҙар бала табыу сертификаттары буйынса хеҙмәттәр алған. Республиканың медицина ойошмаларына күсерелгән аҡсаның дөйөм күләме 116 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән. Аҡса йөклөлөккә һәм бала тыуыуға бәйле күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн түләүгә йүнәлтелгән.

Бала табыу сертификаты — ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға бала табыу, шулай уҡ йөклө саҡта һәм унан һуң тикшерелеп тороу өсөн медицина ойошмаһын һайлау хоҡуғы биргән документ. Электрон сертификатты йәшәгән урын буйынса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына беренсе тапҡыр килгәндә йәки бала табыу йортонда, балалар поликлиникаһы алырға мөмкин.

Быға тиклем ҡатын-ҡыҙҙарға медицина учреждениеһына сертификат бланкын үҙ аллы тапшырырға кәрәк ине. Хәҙер бөтә кәрәкле мәғлүмәттәр Социаль фондҡа автоматик рәүештә тапшырыла.

«Бала табыу сертификатының электрон формаһына күсеү медицина хеҙмәткәрҙәренә документ тултырыу процедураһын ябайлаштырҙы», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Рәсәй Социаль фондының матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика