08:07 (UTC+5), 24 Мая 2023

Башҡортостандан бер туған хәрбиҙәр махсус операция барышында ҡыйыулыҡ күрһәткән

Фото: Илшат Вәзиғәтов, vk.com
Альмира Давлетбаева

Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә махсус хәрби операция зонаһында үҙҙәрен күрһәткән бер туған ағай-эне хаҡында яҙған.

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, олоһо Абдувәли уҙған йылдың майынан махсус операция зонаһында. Яраланған иптәшен ҡотҡарғанда үҙе ҡаты яраланған һәм ике операция кисергән. Тиҙҙән тағы бер операция көтөлә. Яҡташыбыҙҙың батырлығы Суворов миҙалы һәм IV дәрәжә Георгий тәреһе менән билдәләнгән.

Уның ҡустыһы Алижон махсус хәрби операция башланғансы Алкинда хеҙмәт иткән, унда ефрейтор дәрәжәһен алған. Хеҙмәтен тултырғас та контракт төҙөгән. Хәрби операцияла ҡатнашҡан осорҙа Жуков, «Һуғышсан хеҙмәттәре өсөн», «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн», «Инженер тәьминәте бурыстарын үтәгәндә тырышлығы өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

«Уларҙың әсәһе Гөлнара Ғәзнәүи ҡыҙы үҙенең улдары менән ғорурлана. Абдувәли менән Алижонды ысын ир-егет итеп тәрбиәләгән. Һәр тыныс көнөбөҙ артында армияла хеҙмәт итеүселәрҙең һәм илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың ауыр хеҙмәте тороуын онотмаһаҡ ине», — тип яҙған Яңауыл хакимиәте башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-05-24/rodnye-bratya-voennosluzhaschie-iz-bashkirii-otlichilis-v-hode-svo-3270302

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика