10:39 (UTC+5), 23 Мая 2023

БДУ-ның төп бинаһы мәҙәни мираҫ объекты тип танылды

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан Башҡорт дәүләт университетының төп корпусы, ул төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты тип танылды. Тейешле бойороҡҡа Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Салауат Ҡолбахтин ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Тимәк, университет корпусы тураһындағы мәғлүмәт Мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм дәүләт реестрына индерелә. Бина 1957, 1958 һәм 1980 йылдарҙың һәйкәле булып тора.

«Башинформ» мәғлүмәттәре буйынса, 3-сө трест Башҡорт дәүләт университетының төп корпусын 1953-1958 йылдарҙа совет неоклассицизмы стилендә төҙөгән. Проектты Башҡортостанда билдәле архитекторҙар Барый һәм Сәмиғулла Кәлимуллиндар әҙерләгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-23/glavnoe-zdanie-bashgu-v-ufe-priznan-ob-ektom-kulturnogo-naslediya-3268812

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика